Рәсми бүлек
4 Октябрь 2023, 17:50

Путин Абхазия президенты менән осрашты

Ил етәкселәре эшлекле кәңәшмә үткәрҙе.

Дәүләт башлығы Владимир Путин Абхазия президенты Аслан Бжания менән эш осрашыуы үткәрҙе, тип хәбәр итә Кремлдең матбуғат хеҙмәте.

Һөйләшеү барышында РФ Президенты илдәр араһындағы сауҙа мөнәсәбәттәре тураһында ла телгә алды. Уның һүҙҙәренсә, былтыр Рәсәй менән Абхазия араһында тауар әйләнеше 73 процентҡа артҡан. Владимир Путин Рәсәйҙең 64 төбәгенең республика менән төрлө йүнәлештәр буйынса мөнәсәбәттәрҙе яҡлауын да иҫкә төшөрҙө. «Рәсәй Федерацияһының 64 төбәге Абхазия менән төрлө йүнәлештәр буйынса мөнәсәбәттәрҙе нығыта. Бергәләп эшләүсе 200-ҙән ашыу предприятие артабан да эшләр, тип ышанам. Рәсәйҙә эштең иҡтисади шарттарына, социаль шарттарға яраҡлашыу программаһы буйынса бөтә саралар, Абхазияның социаль-иҡтисади өлкәһен үҫтереү буйынса берлектәге программаһыбыҙ үҫтерелә», - тине Рәсәй Президенты.

Фото: Григорий Сысоев, РИА «Новости»

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас