Рәсми бүлек
27 Октябрь 2023, 00:15

Алдынғыларҙы бүләкләү тураһында указ

Ил Башлығы В. Путин “Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары менән бүләкләү тураһында”ғы  Указға ҡул ҡуйҙы. #ВладимирПутин

Алдынғыларҙы бүләкләү тураһында указАлдынғыларҙы бүләкләү тураһында указ
Алдынғыларҙы бүләкләү тураһында указ

Ил Башлығы В. Путин төрлө өлкәләрҙә уңыш ҡаҙанғандарҙы ордендар һәм миҙалдар менән наградлау, шулай уҡ почетлы исемдәр биреүгә ҡағылышлы “ Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары менән бүләкләү тураһында”ғы  Указға ҡул ҡуйҙы. Улар араһында Башҡортостан вәкилдәренең дә булыуы ҡыуаныслы.

 Икенсе дәрәжә “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн”  ордены менән "Газпром трансгаз Уфа" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Полянский магистраль гезүткәргестәр производство идаралығы начальнигы марат Радислам улы Ғәләвиев бүләкләнде.

Ҡырмыҫҡалы район ветеринар станцияһының начальнигы Ғәлинур Ғаяз улы Ҡунаҡаеҡа “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ветеринар врачы” тигән маҡтаулы исем бирелде.

Автор:
Читайте нас