

Рәсәй Президенты Владимир Путин Беларусия Президенты Александр Лукашенко менән телефон аша аралашты. Һөйләүҙең төп темаһы ноябрь айында үтәсәк ОДБК (Армения, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Рәсәй һәм Тажиҡстанды берләштергән коллектив хәүефһеҙлек тураһында килешеү ойошмаһы) дәүләт башлыҡтары саммиты хаҡында булды.
Әлеге мәлдә ойошмала Белоруссия рәйеслек итә. Ил башлыҡтары ике яҡлы килешеү темаһын да тикшерҙе, айырыуса энергетика һәм импортты алмаштырыу өлкәһендәге проекттар хаҡында барҙы.