Рәсми бүлек
12 Декабрь 2023, 09:10

Путинға Башҡортостан журналистары ниндәй һорауҙар биргән?

Дәүләт башлығы бер һорауҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырмай.

Путинға Башҡортостан журналистары ниндәй һорауҙар биргән?Путинға Башҡортостан журналистары ниндәй һорауҙар биргән?
Путинға Башҡортостан журналистары ниндәй һорауҙар биргән?

14 декабрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин тура эфирҙа ил халҡы менән аралашасаҡ. Быйыл “Тура бәйләнеш” матбуғат конференцияһы менән берлектә үтәсәк.

Быйыл Владимир Путин менән бер студияла журналистар ҙа ултырасаҡ. Улар араһында федераль, төбәк һәм сит ил журналистары буласаҡ. Әйткәндәй, йыл һайын Башҡортостан хәбәрселәре лә был мөһим сәйәси ваҡиғанан ситтә ҡалмай һәм унда ҡатнаша. Бәхет йылмайғандары һорауҙарын да бирә ала. Төрлө йылдарҙа журналистар Рөстәм Зарафутдинов, Азат Сәмерханов, Марат Сәғәҙәтов, Станислав Шахов, Азат Ғиззәтуллин, Гөлназ Хәйбуллина һәм башҡалар һорауҙар бирә алды.

Мәҫәлән, Азат Сәмерханов 2015 йылда Өфөлә үткән ШОС һәм БРИКС саммиттары йомғаҡтары буйынса беҙ башҡа халыҡ-ара саралар ҙа үткәрә алырбыҙмы тип һораны. Владимир Путин уға быны мөмкин тине, Өфөлә ҙур спорт, сәйәси саралар үтәсәк тип белдерҙе.

2019 йылда “Башинформ” агентлығының махсус хәбәрсеһе Азат Ғиззәтуллин эскелек менән көрәш саралары тураһында һораны һәм Башҡортостандың бындай тәжрибәһе тураһында һөйләне.

Гөлназ Хәйбуллина иһә Өфөнөң 450 йыллығына әҙерлек өсөн федераль аҡса бүленерме һәм Өфөлә хоккей буйынса донъя чемпионаты үтерме тип һораны. Владимир Путин финанслау етә, әгәр кәрәк булһа, тағы бүленер тине, ә чемпионатты үткәреү мәсьәләһен ул хәл итмәй, әммә Өфө бындай юғары кимәлдәге сараларҙы һис шикһеҙ үткәрә ала тине.

Быйыл был мөһим сара 14 декабрҙә Мәскәү ваҡыты буйынса 12 сәғәттә, беҙҙеңсә 14 сәғәттә башлана. Унан ситтә ҡалмағыҙ!. 

 Фото: kremlin.ru

"Башҡортостан" гәзите сайтынан алынды.

Автор:
Читайте нас