

“Тура бәйләнеш”кә 2100000 һорау килгәйне, һорауҙар тапшырыу тамамланғансы ҡабул иттеләр. Халыҡ фронты йыл дауамында бөтә мөрәжәғәт-һорауҙарҙы өйрәнәсәк, уларҙың береһе лә яуапһыҙ ҡалмаясаҡ.
Рәсәй Президенты Владимир Путин илебеҙ халҡын борсоған һорауҙарға 4 сәғәт тә 4 минут дауамында яуап бирҙе. Был арауыҡта ул 67 һорауға яуап биреп өлгөрҙө. Һорауҙарҙың ҙур өлөшө махсус хәрби операция, социаль, тышҡы һәм эске сәйәсәт темалары хаҡында булды улар араһында Шулай уҡ шәхси һорауҙар ҙа булды.
Ил башлығы халыҡ мөрәжәғәттәренә лә, залдағы журналистар һорауҙарына ла яуап бирҙе.