Рәсми бүлек
19 Декабрь 2023, 12:30

Яңы исемле йыл билдәле булды

"Беҙ "сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр" тип йыш әйтәбеҙ, асылда иһә улар – сикһеҙ мөмкинлектәре булған кешеләр һәм беҙ уларға тулы ҡанлы тормош менән йәшәргә ярҙам итергә тейешбеҙ”, - тине Радий Хәбиров. 

Яңы исемле йыл билдәле булдыЯңы исемле йыл билдәле булды
Яңы исемле йыл билдәле булды

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына Мөрәжәғәтнамәһе барышында республикалағы киләһе исемле йылды иғлан итте. Шулай итеп уны һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә хәстәрлек күрһәтеү йылы тип иғлан иттеләр.  

– Беҙ үҙенсәлекле балалы ғаиләләргә, эшкә һәләтле йәштәге инвалидтарға ярҙам итеүгә, уларҙың мәшғүллеген, һөнәри белем алыуҙы ойоштороуға, уңайлы мөхит, социаль инфраструктура, реабилитация һәм социализация системалары булдырыуға ҙур иғтибар бүләбеҙ. Дөйөм алғанда, бында мәсьәләләрҙе комплекслы хәл итергә, ошо эште улар сикһеҙ мөмкинлектәре булған кешеләр тигән ҡараштан сығып төҙөргә кәрәк. Һәм беҙҙең бурыс – кешеләргә йәшәү сифатын яҡшыртырға ярҙам иткән мөхит булдырыу, технологиялар индереү. Хөкүмәттән тейешле саралар планын әҙерләүҙәрен һорайым, – тине Радий Хәбиров.

Радий Фәрит улы әйтеүенсә, бында тәү сиратта норматив-хоҡуҡи базаны эшләп еткерергә, ундай кешеләргә ярҙам итеү юлдарын тулыһынса анализларға һәм системаға һалырға кәрәк.

“Был беҙ киләһе йылда ғына ошо кешеләр хаҡында хәстәрлек күрәбеҙ ҙә, шуның менән бөттө тигәнде аңлатмай, мәсьәләне хәл итеүҙә көслө этәргес бирергә тейешбеҙ. Беҙ "сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр" тип йыш әйтәбеҙ, асылда иһә улар – сикһеҙ мөмкинлектәре булған кешеләр һәм беҙ уларға тулы ҡанлы тормош менән йәшәргә ярҙам итергә тейешбеҙ”, – тине ул.

Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн Башҡортостанда 250 меңдән ашыу инвалид йәшәй, уларҙың 93 меңгә яҡыны - эшкә һәләтле йәштә.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы. 

Автор:
Читайте нас