Рәсми бүлек
12 Ғинуар 2024, 04:45

"Ауыл уҡытыусыһы" 2030 йылға тиклем оҙайтылды

Быйыл тамамланырға тейешле "Ауыл уҡытыусыһы" программаһы 2030 йылға тиклем оҙайтылды. Был турала ил Президенты Владимир Путин хәбәр итте.

"Ауыл уҡытыусыһы" 2030 йылға тиклем оҙайтылды"Ауыл уҡытыусыһы" 2030 йылға тиклем оҙайтылды
"Ауыл уҡытыусыһы" 2030 йылға тиклем оҙайтылды

Был программа сиктәрендә ауыл еренә йәки халыҡ һаны 50 мең кешегә тиклем булған ҡала тибындағы ҡасабаға эшкә күсеүсе мөғәллимдәр 1 миллион һумға тиклем дәүләт ярҙамы ала. 2022 йылдан программа "Мәғариф" милли проектының "Заманса мәктәп" төбәк проектының бер өлөшө булып тора. Уҙған дүрт йылда "Ауыл уҡытыусыһы" буйынса Башҡортостанда 150 уҡытыусы аҡсалата түләм алған. 

 

Автор:
Читайте нас