Рәсми бүлек
23 Ғинуар 2024, 10:30

Путин күп балалы ғаиләләргә ҡағылышлы указ ҡабул итте

Рәсәйҙә күп балалы ғаиләләрҙең статусы федераль кимәлдә нығытылған. Указға ярашлы, кәм тигәндә өс бала тәрбиәләгән ғаилә күп балалы булып һанала. “Рәсәй Федерацияһында өс һәм унан күберәк балаһы булған ғаиләне күп балалы тип билдәләргә, уларҙың статусы сикләнмәгән ваҡытҡа билдәләнә,” – тиелә документта. Указ күп балалы ғаиләләргә ярҙам сараларына ла ҡағыла. Ярҙам сараларын ғаилә өлкән балаға 18 йәш тулғансы, йәки бала көндөҙгө бүлеккә уҡырға керһә, 23 йәш тулғансы ала аласаҡ. Бындай ғаиләләргә түбәндәге ярҙам саралары ҡаралған:

Путин күп балалы ғаиләләргә ҡағылышлы указ ҡабул иттеПутин күп балалы ғаиләләргә ҡағылышлы указ ҡабул итте
Путин күп балалы ғаиләләргә ҡағылышлы указ ҡабул итте

- бала тыуыу һәм тәрбиәләү менән бәйле дәүләт пособиелары һәм түләүҙәре;

- хеҙмәт мөнәсәбәттәре өлкәһендә;

- өс һәм унан күберәк бала тыуыу менән бәйле, ҡатын-ҡыҙҙарға ҡартлыҡ буйынса пенсияны алдан билдәләү;

- һөнәри белем һәм өҫтәмә һөнәри белем алыу;

- йәшәү урынына ҡарамаҫтан, Рәсәйҙә музейҙар, мәҙәниәт һәм ял парктары, күргәҙмәләргә бушлай йөрөүө хоҡуғы. Тәртибе төбәктәр тарафынан биләдәләнә.

Рәсәй Хөкүмәтенә күп балалы ғаилә статусын раҫлаусы таныҡлыҡтың берҙәм өлгөһөн эшләү һәм билдәләү, күп балалы ғаиләләр тураһында мәғлүмәт банкын алып барыу һәм башҡа саралар менән тәьмин итеү йөкмәтелгән.

Төбәктәрҙең юғары вазифалы етәкселәренә күп балалыларға социаль ярҙам күрһәтеү сараларын, шул иҫәптән 6 йәшкә тиклемге балаларҙы рецепт буйынса дарыу препараттары менән бушлай тәьмин итеү; автотранспортта (таксиҙан тыш) бушлай йөрөү; мәктәптәрҙә һәм һөнәри белем биреү ойошмаларында бушлай туҡланыу; уҡыу осоронда мәктәп һәм спорт формаһы менән тәьмин итеү; торлаҡ өсөн түләүгә ташламалар биреү һәм башҡа ярҙам сараларын билдәләргә тәҡдим ителгән.

 
Автор:
Читайте нас