Рәсми бүлек
30 Ғинуар 2024, 12:00

Башҡортостан яугиренә Рәсәй Геройы исеме бирелде

Владимир Владимирович Путин үҙенең указы менән тағы бер Башҡортостан яугиренә - подполковник, “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкының танк батальоны командиры Андрей Мигуновҡа (үлгәндән һуң) Рәсәй Геройы исемен бирҙе.

Башҡортостан яугиренә Рәсәй Геройы исеме бирелдеБашҡортостан яугиренә Рәсәй Геройы исеме бирелде
Башҡортостан яугиренә Рәсәй Геройы исеме бирелде

Андрей Павлович көслө, ҡыйыу, үҙ бурысына ахырынаса тоғро ҡалған кеше. Ул үҙе өсөн һуңғыһы булған алышта ҡатнашмаһа ла була ине. Әммә үҙе ҡарар ҡабул итә, танк менән беҙҙең полк баҫып алған сиктәрҙе һаҡлай һәм дошманға беҙҙең позицияларҙы биләргә мөмкинлек бирмәй. Үҙ ғүмерен ҡорбан итеп, хәрби бурысын үтәй.

Башҡортостандың батыр улына, ысын офицерға мәңгелек хәтер һәм дан!

Автор:
Читайте нас