Рәсми бүлек
2 Февраль 2024, 01:15

Владимир Путин - Рәсәй президенты вазифаһына кандидат

Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы Владимир Путинды ил президенты вазифаһына кандидат итеп теркәне. #ВладимирПутин

Владимир Путин - Рәсәй президенты вазифаһына кандидатВладимир Путин - Рәсәй президенты вазифаһына кандидат
Владимир Путин - Рәсәй президенты вазифаһына кандидат

Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы Владимир Путинды ил президенты вазифаһына кандидат итеп теркәне. Был хаҡта мәғлүмәт Үҙәк Һайлау комиссияһының рәсми телеграм-каналында баҫылған.

«Бынан алдараҡ кандидат Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһына үҙ-үҙен тәҡдим итеүҙе хуплаған 315 мең ҡултамға  тапшырҙы. Эшсе төркөмдөң тикшереү йомғаҡтары буйынса ҡултамғаларҙың 0,15% ғәмәлгә яраҡһыҙ булыуы асыҡланған, был иһә кандидатты теркәргә мөмкинлек бирә», — тиелә хәбәрҙә.

 «Башинформ» хәбәр иткәнсә, Рәсәй президентын һайлау 15-17 мартта була.

Сығанаҡ:”Башинформ”.

Автор:
Читайте нас