Рәсми бүлек
3 Февраля 2024, 02:00

Ил Башлығы Башҡортостандың иҡтисади үҫешен юғары баһаланы

Өфөлә донъя кимәлендәге Евразия ғилми-мәғариф үҙәгенең Вуз-ара студенттар кампусын асыуҙа ҡатнашҡан Рәсәй президенты Владимир Путин Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫеш темптары артыуын билдәләне. #ВладимирПутин

Ил Башлығы Башҡортостандың иҡтисади үҫешен юғары баһаланыИл Башлығы Башҡортостандың иҡтисади үҫешен юғары баһаланы
Ил Башлығы Башҡортостандың иҡтисади үҫешен юғары баһаланы

Өфөлә донъя кимәлендәге Евразия ғилми-мәғариф үҙәгенең Вуз-ара студенттар кампусын асыуҙа ҡатнашҡан Рәсәй президенты Владимир Путин Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫеш темптары артыуын билдәләне.

 «Республика яҡшы темптар менән үҫешә. Өфө, ысынлап та, илдең ҙур белем биреү үҙәктәренең береһе. Башҡортостан етәкселеге студенттар, аспиранттар һәм уҡытыусылар өсөн эталон киңлек булдырырға ынтылды. Заманса кампустар булдырыуҙың маҡсаты тап шуға ҡайтып ҡала ла. Ошо йүнәлештәге эште, һис шикһеҙ, дауам итербеҙ», — тип билдәләне Владимир Путин.

Шулай уҡ ил президенты Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың саҡырыуы буйынса республикабыҙға килергә вәғәҙә бирҙе.

«Тиҙҙән һеҙҙең менән осрашырбыҙ, республика үҫеше мәсьәләләре буйынса һөйләшербеҙ», — тине В. Путин.

Сығанаҡ: “Башинформ”.

Автор:
Читайте нас