+4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
14 Февраль , 15:20

Путин яңы законға ҡул ҡуйҙы

Ул армия тураһында ялған мәғлүмәт таратыуға ҡағыла.

Путин яңы законға ҡул ҡуйҙы
Путин яңы законға ҡул ҡуйҙы

Рәсәй Президенты Владимир Путин экстремизмға саҡырған һәм Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәре тураһында ялған мәғлүмәт таратҡан өсөн мөлкәтте, аҡсаны һәм башҡа матди ҡиммәттәрҙе тартып алыуҙы күҙ уңында тотҡан законға ҡул ҡуйҙы.

Бында һүҙ илдең именлегенә ҡаршы енәйәти эшмәкәрлекте финанслау өсөн файҙаланылған йәки тәғәйенләнгән аҡса тураһында бара. Бынан тыш, хәҙер суд ҡарары менән бындай эштәр өсөн почетлы исемдәрҙән мәхрүм итеүҙәре ихтимал.

Рәсәйгә ҡарата санкциялар индерергә саҡырыу, Рәсәй Федерацияһы ҡатнашмаған ойошмалар, йәки сит ил дәүләт органдары ҡарарҙарының үтәлешенә булышлыҡ итеү ҙә шуға ҡарай.

Фото Kremlin.ru сайтынан

Автор:
Читайте нас: