+4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
16 Февраль , 06:15

Армия тураһында ялған мәғлүмәт өсөн мөлкәтте тартып алыуҙары мөмкин

Рәсәй Президенты армия тураһында ялған мәғлүмәт өсөн мөлкәтте тартып алыу хаҡында законға ҡул ҡуйҙы. #ВладимирПутин

Армия тураһында ялған мәғлүмәт өсөн мөлкәтте тартып алыуҙары мөмкин
Армия тураһында ялған мәғлүмәт өсөн мөлкәтте тартып алыуҙары мөмкин

Рәсәй Президенты Владимир Путин экстремизмға саҡырған һәм Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәре тураһында ялған мәғлүмәт таратҡан өсөн мөлкәтте, аҡсаны һәм башҡа матди ҡиммәттәрҙе тартып алыуҙы күҙ уңында тотҡан законға ҡул ҡуйҙы. Бында һүҙ илдең именлегенә ҡаршы енәйәти эшмәкәрлекте финанслау өсөн файҙаланылған йәки тәғәйенләнгән аҡса тураһында бара. Бынан тыш, хәҙер суд ҡарары менән бындай эштәр өсөн почетлы исемдәрҙән мәхрүм итеүҙәре ихтимал.

Рәсәйгә ҡарата санкциялар индерергә саҡырыу, нацизмды реабилитациялау һәм Рәсәй Федерацияһы ҡатнашмаған ойошмалар, йәки сит ил дәүләт органдары ҡарарҙарының үтәлешенә булышлыҡ итеү ҙә бына шуға ҡарай.

ФОТО:dzen.ru

Автор:
Читайте нас: