Өфөлә Рәсәй Президенты вазифаһына кандидат Владимир Владимирович Путиндың Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе кандидаттың Төбәк һайлау штабы майҙансығында эшләй. Адресы: Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 1-се йорт. Граждандар шишәмбенән шәмбегә тиклем көн һайын иртәнге сәғәт 10-дан киске 5-кә тиклем шәхсән мөрәжәғәт итә ала. Ял көндәре - йәкшәмбе, дүшәмбе.
Бынан тыш, кандидатҡа мөрәжәғәтте электрон почтаға vopros@putin2024.ru адресы буйынса ла ебәрергә мөмкин.
Фото: Башҡортостандың төбәк һайлау штабы.