+4 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
27 Февраль , 19:05

Президенттың сығышын көтәбеҙ!

Был мөһим сәйәси саранан ситтә ҡалмағыҙ. 

Президенттың сығышын көтәбеҙ!
Президенттың сығышын көтәбеҙ!

29 февралдә Өфө ваҡыты буйынса көндөҙгө сәғәт 2-лә илебеҙ Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай. Был Мөрәжәғәтнамә дәүләт етәксеһенең парламентҡа һәм хәҙерге Рәсәй тарихында бөтә йәмғиәткә 29-сы мөрәжәғәте буласаҡ.

Президент Мөрәжәғәтнамәһен төп федераль каналдар тура эфирҙа һәм социаль селтәрҙәрҙә күрһәтә. Текст трансляцияһы ғәҙәттәгесә Рәсәй Президентының рәсми сайтында баҫыласаҡ.

Әлеге ваҡытта Мөрәжәғәтнамәгә әүҙем әҙерлек бара. Уның йөкмәткеһе тураһында тулы мәғлүмәт бирелмәй, әммә Президент алдағы алты йылға ил үҫеше бурыстарын ҡуйыу буласағын билдәләне.

“Был ябай һөйләшеү генә түгел, ә бурыстарҙы билдәләү. Беҙ уларҙы үҫтерергә һәм хәл итеүгә өлгәшергә тырышабыҙ. Ә инде эске сәйәси календарҙы иҫәпкә алғанда, был кәм тигәндә алты йылға бурыстар ҡуйыу буласаҡ”, – тип билдәләне Владимир Путин яңыраҡ үткән “Яңы ваҡыт өсөн көслө идеялар” форумында.

Президенттың матбуғат секретары Дмитрий Песков һүҙҙәренсә, дәүләт башлығы хөкүмәт ағзалары, иҡтисад үҫешенең билдәле бер йүнәлештәре өсөн яуаплы вице-премьерҙар менән әүҙем эш алып бара. Был мөрәжәғәтнамәлә күтәрелгән мәсьәләләр Рәсәй халҡы өсөн ысынлап мөһим булыуы хаҡында һөйләй.

Рәсәй Конституцияһының 84-се статьяһына ярашлы, Президент “Федераль Йыйылышҡа илдәге хәл, дәүләттең эске һәм тышҡы сәйәсәтенең төп йүнәлештәре тураһында йыллыҡ мөрәжәғәтнамәләр менән сығыш яһай”.

Президенттың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе тәүге тапҡыр 1994 йылда, илдең яңы Конституцияһы үҙ көсөнә ингәндән һуң, иғлан ителде. Дәүләт башлығы сығышында, йола буйынса, депутаттар һәм сенаторҙарҙан тыш, ведомство һәм төбәк етәкселәре, йәмәғәт һәм сәйәси эшмәкәрҙәр ҙә ҡатнаша. 2024 йылда Мөрәжәғәтнамәнең үҙенсәлеге – унда ҡатнашыуға хәрбиҙәрҙе – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы йәлеп итеү.

Әйткәндәй, Президенттың былтырғы Мөрәжәғәтнамәһе лә МХО темаһына арналған ине. Унда ул “Ватанды һаҡлаусылар” фондын булдырыу тураһында иғлан иткәйне. Фонд яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүгә ҡоралған.

Президенттың һәр Мөрәжәғәтнамәһе – факттарҙы билдәләү генә түгел, ә власть органдары өсөн эш итеүгә ҡулланма. Үҫештең төп йүнәлештәре Президенттың йөкләмәләре формаһында әҙерләнә һәм уларҙың үтәлеше етди контролдә тотола.

Быйылғы Мөрәжәғәтнамәгә күп ҡалманы. Оҙаҡламай беҙ алдағы йылдарҙа илдең нисек үҫешерен беләсәкбеҙ. Ошо сәйәси ваҡиғанан ситтә ҡалмағыҙ, иртәгә сәғәт 2-лә ҡарарға онотмағыҙ!

Фото: объясняем.рф

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас: