+4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
28 Февраль , 16:35

Президент һайлайбыҙ!

Республика халҡы һайлауға йыйына.    

Президент һайлайбыҙ!
Президент һайлайбыҙ!

Быйыл мартта халыҡтың 90% тиерлек һайлау участкаларына барырға йыйына, уларҙың 13% өйҙә тауыш бирергә теләй, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы «ИнформУИК»тың статистика мәғлүмәттәренә һылтанма менән.

Хәбәр иткәнебеҙсә, участка һайлау комиссиялары хеҙмәткәрҙәре 7 мартҡа тиклем йорттар һәм фатирҙар буйлап йөрөп, халыҡҡа ил Президентын һайлау тураһында мәғлүмәт тарата.

Рәсәй Президентын һайлау 15 марттан 17-һенә тиклем бара, һайлау участкалары иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй. Үҙеңдең һайлау участкаһын ошо һылтанма буйынса табырға мөмкин.

Әгәр һайлау көндәрендә командировкала йәки отпускыла булһағыҙ, алдан ғариза биреп, илдең теләһә ҡайһы участкаһында тауыш бирергә хоҡуғығыҙ бар. Бының өсөн 11 мартҡа тиклем паспорт менән территориаль йәки участка һайлау комиссияһына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ғаризаны күп функциялы үҙәктә йәки Дәүләт хеҙмәттәре аша ла бирергә мөмкин.

Башинформ.

 
Автор:
Читайте нас: