+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
6 Март , 11:05

Мөрәжәғәтнамәлә иң мөһимдәре

Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны.

Мөрәжәғәтнамәлә иң мөһимдәре
Мөрәжәғәтнамәлә иң мөһимдәре

Мәғариф һәм фән

  2025 йылдан балалар баҡсаларын капиталь ремонтлауҙың яңы программаһы эшләй башлай, уларҙың күбеһе Советтар Союзында уҡ төҙөлгән. 2030 йылға тиклем был проблема тулыһынса ябыласаҡ һәм артабан ремонт эштәрен план режимында үткәреү күҙаллана.
  Мәктәптәр тулы булған ҡалаларҙа федераль ҡаҙна иҫәбенә дөйөм алғанда 150-нән ашыу мәктәп һәм 100-ҙән ашыу балалар баҡсаһы төҙөлә.
  2024 йылдың 1 сентябренән мәктәп директорының тәрбиәүи эш буйынса кәңәшселәренә 5000 һум өҫтәмә түләү булдырыла, класс етәкселәренә, колледждарҙағы төркөм кураторҙарына түләүҙәр ике тапҡырға арттырылып, 10 мең һум тәшкил итәсәк.
  Быйылдан бер фән буйынса БДИ-ны яңынан тапшырыу мөмкинлеге булдырыла, уҡырға инеү өсөн документ тапшырғанда яңы һөҙөмтәне ҡулланырға мөмкин буласаҡ.
  Рәсәй алты йылда техникумдарҙы һәм колледждарҙы ҡайтанан йыһазлан­дырыуға 120 миллиард һум аҡса бүләсәк. Йәнә 124 миллиард һум – вуз ятаҡтарын ремонтлауға.
  Юғары уҡыу йорттарында фундаменталь фәндәр уҡытыусыларының эш хаҡы кимәлен күтәрергә.
  Фән – Рәсәйҙең технологик үҫеш нигеҙе. Дәүләттең һәм бизнестың тикшеренеү эштәренә йүнәлткән сумма­һын ике тапҡырға арттырып, эске тулайым продукттың 2 процентына тиң өлөшөнә еткерергә. Рәсәй төрлө тармаҡтарҙа, шул иҫәптән космос һәм атом өлкәләрендә донъя кимәлендә көнәркәшле эшкәрт­мәләр булдырырға тейеш. Алты йыл дауамында илебеҙҙә етештерелгән юғары технологиялы продукттарҙың өлөшө эске баҙарҙа 1,5 тапҡырға артырға тейеш.

Аҡса тураһында

  Төбәктәрҙең, шул иҫәптән Башҡор­тостандың да, бюджет кредиттары буйынса бурыстарының өстән ике өлөшө юҡҡа сығарыла. Экономияланған аҡсаны (йылына дөйөм алғанда 200 миллиард һум) төбәктәр инвестиция һәм инфраструктура проекттарына йүнәлтергә тейеш. Ә инфраструктура кредиттары портфеле (мөһим төҙөлөштәргә капитал һалыуҙар) йыл һайын 250 миллиард һумдан кәм булмаған суммала арттырыла барасаҡ.

  Путин Рәсәйҙә һалым һалыуҙың айы­рым системаһын индерергә, корпоратив һәм шәхси килеме юғары булғандар яғына һалым йөгөн ғәҙелерәк бүлеүҙе уйларға тәҡдим итте.
  2030 йылға ҡаты көнкүреш ҡал­дыҡтарын сортҡа бүлергә һәм кәм тигәндә дүрттән бер өлөшөн икенсел сеймал булараҡ ҡулланырға тейешбеҙ.
  Йәрәхәтләнгән һәм конфискация­ланған ҡырағай хайуандар өсөн реабилитация үҙәктәре асыу ҡарала.

  Авария хәлендәге торлаҡтан күсе­реүҙең яңы программаһын эшләү күҙаллана.
  Рәсәйҙә алты йылда тағы 30 мең йәмәғәт урындары төҙөкләндереләсәк. Бының өсөн 350 миллиард һум бүленә.
  Социаль газ үткәреү программаһына баҡсасылыҡ ширҡәттәре инәсәк.
  2030 йылға тиклем төбәктәргә өҫтәмә 40 мең яңы автобус, троллейбус, трамвай бирелә. Бының өсөн 150 миллиард һум сарыф итеү планлаштырыла. Шулай уҡ мәктәп автобустары парктары яңыртыла. Был техника Рәсәйҙә етештереләсәк.

  Алты йыл эсендә 75 аэропорттың инфраструктураһын яңыртырға, илебеҙ самолеттары иҫәбенә компанияларҙың авиапаркын да яңыртырға кәрәк. Рә- сәй Федерацияһында авиабәйләнеш көсөргәнешлелеге уҙған йылға ҡа- рата бер ярым тапҡырға артырға, ә авиаосоштар барыһына ла уңайлыраҡ булырға тейеш.
Һаулыҡ һаҡлау һәм спорт
  2025 йылдан планға ярашлы диспансерлаштырыу үткән һәм ГТО нормативтарын тапшырғандарҙың бөтәһенә лә һалым ҡайтармаһы бирелә.

  Граждандарҙың ғүмер оҙайлығын арттырыу – дәүләттең төп маҡсаты. 2030 йылға уртаса ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә еткереү күҙаллана. Артабан дәүләт 80+ күрһәткесенә сығырға ниәтләй.
  Алдағы алты йылда һаулыҡ һаҡлау объекттарын төҙөүгә, ремонтлауға һәм йыһазландырыуға өҫтәмә рәүештә 1 триллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә.
  Федераль ресурстар иҫәбенә төбәктәрҙә, тәү сиратта бәләкәй ҡалаларҙа, йыл һайын өҫтәмә 350 спорт объекты төҙөргә кәрәк.
«Рәсәйҙең яңы элитаһы»

Ысын элита – ул Рәсәйгә хеҙмәт итеүселәр, Рәсәйгә тоғролоғон эш менән иҫбатлаған хеҙмәткәрҙәр һәм яугирҙар. «Рәсәй лидерҙары», «Губернаторҙар мәктәбе» һәм «Мэрҙар мәктәбе» менән бер рәттән «Геройҙар ваҡыты» кадрҙар проекты булдырыла. Уға махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар яҙыла ала, ә остаздары төбәк һәм федераль кимәлдәге етәкселәр буласаҡ. Шулай уҡ улар өҫтөнлөклө тәртиптә илдең алдынғы юғары уҡыу йорттарында юғары белем алыу мөмкинлегенә эйә. Хәрби карьераһын дауам итергә ниәтләгәндәр хәрби белем биреү учреждениеларына уҡырға инә аласаҡ.

Рәсәйҙең тотҡан урыны тураһында

Беҙ барлыҡ һынауҙарҙы үтәсәкбеҙ, бергәләп барыһын да эшләй аласаҡбыҙ. Бурыстар ҙур, уларҙы бергәләп кенә тормошҡа ашыра алабыҙ. Бойондороҡһоҙ көслө Рәсәйһеҙ бер ниндәй ҙә ныҡлы, ҡаҡшамаҫ именлек булдырыу мөмкин түгел. Илебеҙҙең эске эштәренә ҡыҫылырға бер кемгә лә рөхсәт итмәйәсәкбеҙ. Рәсәйҙең үҙаллылығын, лайыҡлы йәшәйешен һәм суверенитетын көн һайын иҫбатларға тейешбеҙ.

Автор:
Читайте нас: