+4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
6 Март , 10:35

Яңы милли проект булдырылды

Владимир Путин үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә ғаиләләргә ярҙам тураһында айырым әйтеп үтте.

Яңы милли проект булдырылды
Яңы милли проект булдырылды
 Рәсәйҙә күп балалы ҙур ғаилә нормаға әүерелергә тейеш, тип белдерҙе ил башлығы. Рәсәй традицион ҡиммәттәр үҙәге булды һәм булып ҡаласаҡ.

  Ғаиләләр өсөн финанс яҡтан ярҙам маҡсатында булдырылған «Ғаилә ипотекаһы» (алты йәшкәсә бала тәрбиәләгән ғаиләләр өсөн түбән процент ставкаһы элекке кимәлдә ҡала), Әсәлек капиталы (бала тыуғанда 833 мең һум) һәм өсөнсө бала тыуғанда 450 мең һумға торошло компенсация программалары 2030 йылға тиклем оҙайтыла.
  Илдә социаль контракттар төҙөүҙе киңәйтәләр. Ул аҙ килемле ғаиләләргә аҡсалата ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Бының өсөн өҫтәмә рәүештә 100 миллиард һум самаһы аҡса талап ителә, был сумма ҡаралған.
  Ике тапҡырға – айына 2800 һумға тиклем – икенсе балаға, айына 6000 һумға ҡәҙәр – өсөнсө һәм артабанғы һәр балаға һалым ҡайтармаһы арттырыла. Әлеге ҡайтармаға ҡағылышлы йыллыҡ килем күләме 350 мең һумдан 450 мең һумғаса арттырыла.
  Алдағы йылдарға әсәлекте һаҡлау буйынса ҙур комплекслы программа булдырыла, ярҙам саралары «Ғаилә» тип аталған яңы милли проектҡа ярашлы ойошторола.
  2030 йылға хеҙмәт хаҡының минималь күләме ике тапҡырға тиерлек – 35 мең һумға тиклем артырға тейеш.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: