+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
15 Март , 16:15

"Беҙҙең тауыш тыныс, иртәгәһе көнгә ышаныс булған яҡты киләсәк өсөн!"

– Һайлауға элек-электән ғаилә менән йөрөргә тырышабыҙ. Гражданлыҡ бурысы тигән изге төшөнсә балалар аңына кесе йәштән – ата-әсәһе өлгөһөндә һеңдерелергә тейеш, – ти Асҡарҙа йәшәүсе Кинйәбулатовтар. #ВыбираемПрезидента#Башкортостан#БашВыбор2024#алгавсейсемьейабзелил

"Беҙҙең тауыш тыныс, иртәгәһе көнгә ышаныс булған яҡты киләсәк өсөн!"
"Беҙҙең тауыш тыныс, иртәгәһе көнгә ышаныс булған яҡты киләсәк өсөн!"

Һайлауға ғаилә менән килеүселәр бөгөн уғата күп. Асҡар ауылынан Светлана һәм Илгиз  Кинйәбулатовтар үҙҙәре менән өс бәлиғ булмаған балаларын алып килгән.

– Һайлауға электән ғаилә менән йөрөргә тырышабыҙ. Гражданлыҡ бурысы тигән изге төшөнсә балалар аңына кесе йәштән – ата-әсәһе өлгөһөндә һеңдерелергә тейеш. Улыбыҙға әле 15 йәш , өс йылдан ул да тауыш биреү хоҡуғына эйә буласаҡ. 4 йәшлек бәләкәсебеҙ Ләләне беренсегә һайлауға алып килдек,  уға әле барыһы ла ҡыҙыҡ, һайлауҙы байрам итеп ҡабул итте. Ил өсөн мөһим һайлауҙан ситтә ҡалманыҡ. Беҙҙең тауыш тыныс, иртәгәһе көнгә ышаныс булған яҡты киләсәк өсөн, –  ти ғаилә башлығы Илгиз Ингел улы.

Әйткәндәй, БР “Урмансылыҡтар менән идара итеү” дәүләт ҡаҙна учреждениеһының Әбйәлил районы буйынса идаралығы начальнигы булған И. И. Кинйәбулатов 814-се Шәрип һайлау участкаһы рәйесе урынбаҫары ла. Йәшәгән урыны буйынса шәхсән тауыш биргәндән һуң ул Шәрип ауылына юлға сыҡты. Тормош иптәше Светлана Петровна ла гражданлыҡ бурысын үтәгәндән һуң эш урынына ашыҡты. Ул район ветстанцияһында дарыухана мөдире булып эшләй.

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас: