+4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
9 Апрель , 12:00

Президент матур конкурсты тергеҙергә ҡушты

Февралдә Владимир Путин "Уралвагонзавод" предприятиеһында булып, эшселәр менән аралашҡанда, уға корпоратив конкурс тураһында һөйләгәндәр. СССР заманында ул бик популяр булған.

Президент матур конкурсты тергеҙергә ҡушты
Президент матур конкурсты тергеҙергә ҡушты

Баҡһаң, Түбәнге Тагилдағы предприятиела "Йәгеҙ әле, ҡыҙҙар!" конкурсын даими ойошторалар икән. Президентҡа шул турала һөйләгәндәр һәм ил буйынса таратырға тәҡдим иткәндәр. Владимир Владимирович хуплаған. Әле Кремль сайтында яҙылыуынса, төбәктәрҙә ошо конкурсты тергеҙергә ҡушылған (Кремль сайты).

Күрһәтмәнең үтәлеше тураһында Рәсәй субъекттары башлыҡтарынан 1 ноябргә тиклем доклад көтөлә.

"Йәгеҙ әле, ҡыҙҙар!" ("А ну-ка, девушки!") совет осоронда ысынлап та киң таралған. Унда ҡатнашыусылар төрлө йүнәлештә һөнәр оҫтаһы булыуға һынау тотҡан.

Ә һеҙ хәтерләйһегеҙме?

Фото: РИА-Новости.

Автор:
Читайте нас: