+4 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
12 Апрель , 15:50

Иң мөһиме – емерелгән торлаҡты тергеҙеү

Ил Башлығы ташҡын һөҙөмтәләрен бөтөрөү мәсьәләләре буйынса оператив кәңәшмә үткәрҙе. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана  

Иң мөһиме – емерелгән торлаҡты тергеҙеү
Иң мөһиме – емерелгән торлаҡты тергеҙеү

Владимир Путин видеоконференция режимында  Ырымбур, Ҡурған һәм Төмән  өлкәләрендә һыу баҫыу эҙемтәләрен бөтөрөү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе.

Бөгөнгә төп бурыс – Рәсәйҙең ошо өс төбәгендә яҙғы ташҡындан зыян күргән кешеләргә тиҙ арала ярҙам күрһәтеү, тип билдәләне дәүләт башлығы.

Кремлдә тәүлек әйләнәһенә төбәктәрҙәге хәлде күҙәтеү ойошторолған. Зыян күргән төбәктәрҙең башлыҡтары бөгөнгә хәл торошо хаҡында хәбәр иттелә. Федераль министрҙар, министрлыҡтар вәкилдәре урындағы властарға ярҙам итеү өсөн был төбәктәргә сыҡтылар. Иң мөһиме – емерелгән торлаҡты тергеҙеү, тине В. Путин.

Фото: 5-tv.ru

Автор:
Читайте нас: