Владимир Путиндың дәүләт башлығы вазифаһына инеү тантанаһы 7 майҙа үтәсәге билдәле булды. Уны Федерация Советының конституцион ҡануниәт һәм дәүләт төҙөлөшө буйынса комитеты башлығы Андрей Клишас иғлан итте. Был дата көтөлгән булды-беҙҙә «Президент һайлауҙары тураһында" федераль законда, дәүләт башлығы вәкәләттәрен үткән срок тамамланған көндә ала, тип яҙылған. Тимәк, барыһы ла закон нигеҙендә башҡарыла. Һуңғы тапҡыр Владимир Владимирович 2018 йылдың 7 майында ант биргәйне.
Рәсәй президентының инаугурация тантанаһында барыһы ла аныҡ регламент буйынса алып барыласаҡ. Уның төп пункттары: көндөҙ президент Ҙур Кремль һарайына килә. Андреев залына Рәсәй Дәүләт флагы, Президент Штандарты, Рәсәй Конституцияһы һәм Рәсәй Президенты Билдәһе индерелә. Президент Георгий, Александр һәм Андреев залдары аша үтә. Бер нисә меңләгән ҡунаҡ үткәүелдең ике яғында тора һәм ил башлығын сәләмләй. Президент Рәсәй халҡына тоғролоҡ анты бирә. Конституция суды рәйесе (мантия һәм эшләпә кейеп) дәүләт башлығы вазифаһына инеүе тураһында иғлан итә. Собор майҙанында Президент полкының тамашаһы үтә (атлылар ҡатнашлығында символик парад). Закон буйынса, ант биргәндән һуң хөкүмәт автоматик рәүештә отставкаға китә. Һуңынан Путинға Дәүләт думаһына премьер-министр кандидатураһын индереү өсөн ике аҙна ваҡыт бирелә. Хөкүмәт башлығын парламент раҫлай, бының өсөн депутаттарҙың кандидатура индерелгәндән һуң 7 көнө бар. Дума хуплауын алғандан һуң премьер-министрҙың вице-премьерҙар һәм министрҙар кандидатураларын тәҡдим итеү өсөн тағы 14 көнө бар. Әгәр депутаттар министрҙар кабинетының потенциаль ағзаларын хуплаһа, исемлек президентҡа һуңғы раҫлауға ебәрелә.