+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
22 Май , 14:50

Төбәк-ара бәйләнеш нығынасаҡ

Ул сәнәғәт, туризм һәм ауыл хужалығы өлкәләрендә хеҙмәттәшлеккә ҡағыла.

Төбәк-ара бәйләнеш нығынасаҡ
Төбәк-ара бәйләнеш нығынасаҡ

Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Үзбәкстандың Бохара өлкәһе хокимы Ботир Зарипов менән осрашты.  Бохара туристик ғына түгел, ә сәнәғәт төбәге лә, унда нефть эшкәртеү предприятиелары бар, ауыл хужалығы үҫешкән тип билдәләне Радий Хәбиров. Башҡортостан ошо йүнәлештәрҙә үҙ-ара эш итергә әҙер.

Туризм өлкәһендәге хеҙмәттәшлеккә килгәндә Башҡортостан Башлығы былай тине:«Бохараға туристарыбыҙ күп йөрөй. Өс йыл элек Өфө – Сәмәрҡәнд тура авиарейсын астыҡ, осоштар аҙнаһына бер тапҡыр башҡарыла. Ә Ташкентҡа самолет аҙнаһына өс тапҡыр оса. Беҙ шулай уҡ өлкән быуын вәкилдәре Үзбәкстанға барып ҡайтһын өсөн «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек. Бохара» программаһын тормошҡа ашырырға әҙер. Башта 500 пенсионер өсөн тур ойошторабыҙ».

«Һуңғы йылдарҙа Рәсәй һәм Үзбәкстан күп өлкәләрҙә әүҙем хеҙмәттәшлек алып бара. Был иһә тейешле һөҙөмтә бирә. Тап туризм тармағында үҙ-ара хеҙмәттәшлек беҙҙең мөнәсәбәттәрҙә үҫеш нөктәләренең береһе булып тора. Бохарала 850-нән ашыу тарихи объект һәм иҫтәлекле урын бар», — тине Ботир Зарипов.

Осрашыу барышында яҡтар сәнәғәттә һәм ауыл хужалығында хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен тикшерҙе. Бохара өлкәһендә текстиль тармағы, нефть, тәбиғи газ, ҡиммәтле металдар сығарыу һәм эшкәртеү үҫешкән. Ҡоро төҙөлөш ҡатышмалары һәм гипсокартон етештереү заводтары, йәшелсә һәм емеш-еләк үҫтергән агрокомпаниялар эшләй.

Башҡортостан Бохара өлкәһенән сифатлы йәшелсә-емеш һатып алырға ниәтләй. Республикала Үзбәкстан продукцияһын Рәсәй баҙарына сығарыу өсөн транспорт-логистика үҙәге төҙөргә әҙерҙәр. Радий Хәбиров Үзбәкстандың Наманган өлкәһе хокимы Шәфҡәт Абдуразаҡов менән осрашыуҙа ла ошо турала һүҙ алып барҙы.

Радий Хәбиров менән Ботир Зарипов төбәк-ара бәйләнештәрҙе үҫтерергә һөйләшеп килеште.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-05-21/v-bashkirii-gotovy-zapustit-programmu-bashkirskoe-dolgoletie-buhara-3777071

Автор:
Читайте нас: