+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
7 Июнь , 06:10

В. Путин «Царское Село» дәүләт музей-ҡурсаулығында булды

Владимир Путин «Царское Село» дәүләт музей-ҡурсаулығында булды, унда А.С. Пушкин исемендәге музей-лицейҙың тергеҙелгән залдарын һәм рус классигының тыуыуына 225 йыл тулыуға арналған «Шағир һәм батша» күргәҙмәһен ҡараны. #Владимир Путин

В. Путин «Царское Село» дәүләт музей-ҡурсаулығында булды
В. Путин «Царское Село» дәүләт музей-ҡурсаулығында булды

Дәүләт башлығы А.С Пушкиндың Мемориаль музей-лицейы биналарын, шинель бүлмәһен, буфет залын, ашхананы, дауахананы, уҡыу кластарын, конференция залын ҡараны. Мемориаль музей-лицей 1949 йылда элекке император царскосельский лицейы бинаһында асыла, унда 1811 йылдан 1817 йылға тиклем Александр Пушкин уҡыған. Президент өсөн экскурсияны А.С. Пушкиндың Бөтә Рәсәй музейы директоры Сергей Некрасов үткәрә. В.Путин ҡараған «Шағир һәм батша» күргәҙмәһе экспозицияһы Екатерина паркының Камерон галереяһында урынлаштырылған һәм А. Пушкиндың императорҙар һәм бөйөк кенәздәр менән үҙ-ара мөнәсәбәттәренә арналған.

Был А Пушкиндың Бөтә Рәсәй музейы һәм Царское Село дәүләт музей-ҡурсаулығының берлектәге проекты, Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында тормошҡа ашырыла. Күргәҙмәлә 120-нән ашыу уникаль экспонат: шағирҙың шәхси әйберҙәре, уның тере саҡтағы баҫмалары һәм портреттары, архив документтары, император фамилияһы ағзаларының мемориаль әйберҙәре күрһәтелгән, уларҙың күбеһе тәүге тапҡыр ҡуйылған. Дәүләт Башлығына аңлатмаларҙы А. Пушкин музейы директоры Сергей Некрасов һәм Царское Село дәүләт музей-ҡурсаулығы директоры Ольга Таратынова бирә.

ФОТО:kremlin.ru

Автор:
Читайте нас: