-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
9 Июль , 16:40

Владимир Путин яҡташыбыҙҙы дәүләт наградаһы менән бүләкләне

Рәсәй Президенты Владимир Путин «Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары менән бүләкләү тураһында» указға ҡул ҡуйҙы.

Владимир Путин яҡташыбыҙҙы дәүләт наградаһы менән бүләкләне
Владимир Путин яҡташыбыҙҙы дәүләт наградаһы менән бүләкләне

Документ хоҡуҡи акттарҙы рәсми баҫтырып сығарыу порталына урынлаштырылған.

Указға ярашлы, «Башнефть-Добыча» йәмғиәтенең баш инженеры урынбаҫары — баш энергетик Вячеслав Кожевников I дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалы менән бүләкләнде.

Башинформ хәбәр иткәнсә, 2024 йылдың июнендә Владимир Путин өс яҡташыбыҙға дәүләт наградалары тапшырҙы. Улар араһында — Өфө дәүләт нефть техник университеты профессоры Марат Рәхимов, Башҡорт дәүләт аграр университеты профессоры Хәмит Таһиров һәм «Өфө ҡалаһының Инвестиция-төҙөлөш комитеты махсуслашҡан төҙөүсеһе» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Марат Вәсимов.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-07-09/vladimir-putin-udostoil-zhitelya-bashkirii-gosudarstvennoy-nagrady-3840418

Автор:
Читайте нас: