Рәсми бүлек
7 Август 2024, 12:50

Төҙөүселәр бүләкләнде

Улар һөнәри байрамдарын билдәләй

Төҙөүселәр бүләкләндеТөҙөүселәр бүләкләнде
Төҙөүселәр бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төҙөүселәр көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы. Төбәктең төҙөлөш комплексында эшләгән 68 хеҙмәткәрҙең һөнәри ҡаҙаныштары почет грамоталары, исемдәр һәм рәхмәт хаттары менән билдәләнде.

-Беҙ һеҙҙең уңыштарығыҙ менән ғорурланабыҙ. Республиканың төҙөлөш комплексы яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Башҡортостан йылдан-йыл Волга буйы федераль округында һәм  Рәсәй Федерацияһында торлаҡты сафҡа индереү буйынса алдынғы позицияларҙы нығыта. Былтыр рекордлы күләм -3,3 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөлгән. Быйыл был юғары планканы һаҡлап ҡалырға ниәтләйбеҙ. Беҙ ил Президенты ҡуйған бурысты хәл итергә – 2030 йылға йыл һайын 4 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индерергә тырышасаҡбыҙ. Заманса һәм уңайлы торлаҡтан тыш, һеҙ меңәрләгән производство, инженер һәм социаль объекттар төҙөйһөгөҙ, - тине Радий Фәрит улы.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас