Курск өлкәһенә ВСУ яғынан һөжүм булғанда биш кеше һәләк булған, тиҫтәләгән кеше зыян күргән. 8 август иртәһенә 34 зыян күреүсе стационарҙа дауалана, уларҙың туғыҙын Мәскәүгә дауаланырға ебәреү планлаштырыла. Яраланғандар араһында туғыҙ бәлиғ булмаған бала ла бар. Курск өлкәһендә ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде Һуңғы ике көндә төбәктән 3 меңгә яҡын кеше эвакуацияланған.
Осрашыу барышында дәүләт башлығы Алексей Смирновтан ВСУ һөжүме арҡаһында халыҡты эвакуациялау фонында урындағы властарҙың эшен ойоштороу тураһында мәғлүмәт еткереүен һораны. Осрашыуҙа Президент төбәккә һөжүмдәр арҡаһында торлаҡтан китергә мәжбүр булғандарға финанс ярҙам бүлеү һәм улар өсөн яңы йорттар һатып алыу буйынса йөкләмәләр бирҙе.
Смирнов эвакуация тәүлек әйләнәһенә бара һәм әле лә дауам итә, ваҡытлыса урынлаштырыу пункттарында урындар менән проблемалар юҡ, тип билдәләне. әйтеүенсә, төбәктә зыян күреүселәргә медицина ярҙамы күрһәтеү мәсьәләһе лә хәл ителгән. РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ярҙамында Курск дауаханаларында төбәктә зыян күреүселәргә медицина ярҙамы күрһәтеү мәсьәләһе хәл ителгән. Курск өлкәһе дауаханаларында буш койкалар һаны 1,8 меңгә тиклем арттырылған. Алексей Смирнов шулай уҡ президентҡа «Роснефть» башлығы Игорь Сечин менән төбәкте яғыулыҡ менән тәьмин итеүҙе тикшереүҙәрен хәбәр итте.
Сығанаҡ: http://kremlin.ru