Рәсми бүлек
16 Августа 2024, 01:30

Президент Дмитрий Миляев менән осрашты

Рәсәй Президенты Владимир Путин Ново-Огаревола Тула өлкәһе губернаторы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Дмитрий Миляев менән осрашыу үткәрҙе. #ВладимирПутин

Президент Дмитрий Миляев менән осраштыПрезидент Дмитрий Миляев менән осрашты
Президент Дмитрий Миляев менән осрашты

Рәсәй Президенты Владимир Путин Ново-Огаревола Тула өлкәһе губернаторы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Дмитрий Миляев менән осрашыу үткәрҙе.

Һөйләшеү барышында төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләре тикшерелде. Бынан тыш, Миляев 8 сентябрҙә - берҙәм тауыш биреү көнө, Тула өлкәһендә губернатор һайлауҙары үтәсәген иҫкә төшөрҙө.

"Әгәр халыҡ ярҙам итһә, Владимир Владимирович, үҙ сиратында, халыҡтың ышанысын һәм, әлбиттә, һеҙҙең ышанысығыҙҙы аҡлау өсөн бөтә көсөмдө һаласаҡмын", - тине ул.

Путин яуап итеп, ваҡыт күп ҡалманы, әммә ул Тула өлкәһенең төп үҫеш йүнәлештәрен күрһәтеү һәм тәүге аҙымдар яһау өсөн ваҡыт етә, тип билдәләне.

"Һеҙҙең етәкселек аҫтында Тула өлкәһенең үҫеш перспективалары хаҡында ла кешеләр фекер йөрөтәсәк Һеҙгә уңыштар теләйем", - тип белдерҙе президент.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас