Кәңәшмә башында В. Путин армияны һәм флотты техник яҡтан ҡайтанан йыһазландырыуға иғтибар бирҙе. Президент һүҙҙәренсә, был булған ҡоралдарҙы модернизациялау ғына түгел, ә Украинала махсус операция барышында алынған тәжрибәне иҫәпкә алған яңы өлгөләрҙе перспективалы эшләү. "Был тәжрибә конструкторҙар бюроларында һәм махсуслаштырылған ғилми-тикшеренеү институттарында һәр яҡлап өйрәнелә. Һәм яһалған һығымталар нигеҙендә Рәсәй армияһының ҡоралланыу системаһын камиллаштырыу һәм хәрби ҡеүәтен арттырыу буйынса оптималь аҙымдар билдәләнә», — тине ул. Хәҙер армияны һәм флотты ҡайтанан комплекслы йыһазландырыу программаһы эшләй, тимәк, ғәскәрҙәргә заманса юғары аныҡлыҡтағы һөжүм сараларының, бронетехниканың, авиацияның сериялы өлгөләре индереләсәк, тип билдәләне Путин. һәм, әлбиттә, төрлө типтағы пилотһыҙ авиасистемалар: стратегик һәм ауырҙан алып бәләкәй һәм үтә бәләкәйгә тиклем. Ә был разведчиктар ҙа, удар комплекстары ла, патруль, контрбатарея комплекстары ла, саперҙар, минерҙар һәм истребителдәр комплекстары ла. Был мәсьәләләрҙе ентекле тикшерәсәкбеҙ", - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рәсәй лидеры.
Фото:dzen.ru