Рәсәй Президенты Владимир Путин илдең Энергетика министрлығы башлығы Сергей Цивилев менән осрашыуҙа Рәсәйҙең яғыулыҡ-энергетика комплексындағы хәл тикшерелде.
Сергей Цивилев билдәләүенсә, Рәсәй яғыулыҡ-энергетика комплексы ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшә. Ул, көнбайыштың санкциялары арҡаһындағы етди баҫымға ҡарамаҫтан, Рәсәй энергокомпаниялары продукцияны сит илгә уңышлы оҙата, тип билдәләне министр.
С. Цивилев шулай уҡ президентҡа уҙған йәй Көньяҡ федераль округында электр уты һүнгән хәлгә анализ яһалыуы хаҡында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, бындай хәлде булдырмау өсөн киләһе йәйге миҙгелгә иртәрәк әҙерлек иртә башланасаҡ.