«2025 йылда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең һикһән йыллығын билдәләйәсәкбеҙ. Берләшмә илдәрендә был нацизмға ҡаршы көрәштә тыныслыҡ һәм берҙәмлек йылы буласаҡ», — тине Путин БДБ саммитында тар составта сығыш яһағанда.
Шулай уҡ РФ Президенты был йәһәттән БДБ-ла хеҙмәт даны ҡалаһы тигән маҡтаулы исем булдырырға һәм уны Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҙур өлөш индергән, хәрби һәм граждан продукцияһын өҙлөкһөҙ етештереүҙе тәьмин иткән берләшмә ҡалаларына бирергә тәҡдим итте. Президент һүҙҙәренсә, был халыҡтарыбыҙҙың коллектив батырлығына хөрмәт һәм танылыу символы буласаҡ.