Ул ни өсөн кәрәк?
Әлеге ваҡытта контракт төҙөргә теләүселәр медицина комиссияһын үҙаллы үтә, анализдар тапшыра, кәрәк булғанда төрлө белешмәләр йыя. Бының өсөн бер нисә көн талап ителеүе бар. Ә был үҙәктә бөтәһе лә бер урында ойошторолған: хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре документтар ҡабул итә һәм һорауҙарға яуап бирә, табиптар анализдар ала һәм кандидаттарҙы ҡарай, банк вәкилдәре тиҙ арала «Мир» банк картаһын биреүҙе ойоштора. Граждандар хәрби командалар составында ошо үҙәктән хеҙмәт итеү урынына юллана.
«Үкенескә ҡаршы, бөтә райондарҙа ла ир-егеттәргә медицина тикшереүен тиҙ генә үтеү мөмкинлеге юҡ. Бында инде теләге булған һәр кем килеп, шунда уҡ бөтә кәрәкле анализдарҙы тапшыра ала. Биш-алты сәғәт эсендә улар әҙер, бер ҡайҙа ла барырға кәрәкмәй, барыһы ла бер урында ҡабул ителә. Ошонда уҡ банк хеҙмәткәрҙәре эшләй, туҡланыу һәм уңайлы шарттарҙа йәшәү ойошторолған. Граждандар үҙәктән хәрби командалар составында шунда уҡ хеҙмәт итеү урынына юллана, йәғни кеше контракт буйынса хеҙмәткә һайлап алыу процеду- раһын мөмкин тиклем тиҙ арала үтә», – ти республиканың хәрби комиссары полковник Михаил Блажевич.
Кем мөрәжәғәт итә ала?
Үҙәк контракт буйынса хәрби хеҙмәткә барырға һәм махсус хәрби операция биләмәһенә китергә әҙер булған 18-65 йәшлек ирҙәрҙе ҡабул итә.
Башҡортостанда йәшәмәйем, шулай ҙа килә аламмы?
Эйе, килә алаһығыҙ. Йәшәү урыны буйынса Башҡортостанда теркәлеү мотлаҡ түгел. Пункт Рәсәйҙең теләһә ҡайһы төбә-гендә йәшәүселәрҙе генә түгел, шулай уҡ сит ил граждандарын да ҡабул итә.
Үҙең менән ниндәй
документтар алырға?
Паспорт, хәрби билет, ғаилә хәле тураһында документтар, белем тура-һында документтар, СНИЛС, ИНН.
Нисек барып етергә?
«Һаҡсы» үҙәге «Черемушки» шифаханаһы базаһында урынлашҡан. Уның адресы: Өфө ҡалаһы, Элеватор урамы, 15. Ул ҡалаға көньяҡтан ингән ерҙә, Тирмән комбинаты эргәһендә. Үҙаллы машинала йәки йәмәғәт транспортында «Күл» туҡталышына тиклем барып етергә, һуңынан 3,5 саҡрым йәйәү атларға. Урындағы хакимиәткә йәки хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итеп, ойошҡан төркөм менән килергә лә мөмкин.
Үҙәккә тәүлек әйләнәһендә урынла-шырға мөмкин, эш көнө иртәнге 8.00 сәғәттә башлана.
Медицина тикшереүе
нисек үтә?
Медицина комиссияһын үтеү өсөн шифахана биләмәһендә күсмә медицина комплекстары урынлашҡан, унда анализдар өсөн биологик материал алырға, шулай уҡ рентгенография һәм флюорография эшләргә мөмкин.
«Был – тикшереүҙәрҙең минимумы, уларҙы контракт төҙөр алдынан һәр кандидат үтергә тейеш. Анализ һөҙөмтәләре 3-4 сәғәт эсендә әҙер була һәм шунан һуң ғына ул белгестәргә – терапевт, та-бип-окулист, лор-табип, невролог, психиатр, дерматолог, хирург һәм стоматологҡа йүнәлтмә ала. Был табиптар кешене ҡа-рарға һәм хәрби хеҙмәткә яраҡлымы-юҡ-мы икәнлеге тураһында һығымта бирер-гә тейеш. Ошо тикшереүҙәрҙең мәғлүмәт-тәре нигеҙендә хәрби-табип комиссия- һы рәйесе, йәғни мин, йомғаҡлау һығым-таһын раҫлайым. Бына шундай тәртип», – тип аңлатты Башҡортостан Хәрби комис-сариатының хәрби-табип экспертизаһы үҙәге етәксеһе Арыҫланбәк Моталипов.
Йәшәү шарттары нисек?
Үҙәктә бер үк мәлдә 100-гә яҡын кеше була ала. Кандидаттар тыныс шарт-тарҙа йоҡлай алһын өсөн «Һаҡсы» үҙә-гендә карауаттар һәм таҙа түшәк-ҡаралты менән йыһазландырылған бер нисә бүлмә булдырылған. Шулай уҡ контракт буйынса хеҙмәт итергә әҙер граждандар өс тапҡыр йылы аш менән тәьмин ителә. Был хеҙмәттәрҙең барыһы ла бушлай, бер нимә өсөн дә түләргә кәрәкмәй!
Башҡортостандан контракт буйынса хеҙмәт итеүселәргә нимәләр тейеш?
Ошо көндәрҙә ҡайһы бер муниципалитеттар Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгәндәргә бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләүҙең күләмен 400 мең һумға тиклем арттырҙы. Шулай итеп, бөтә түләүҙәрҙең дөйөм суммаһы 3 825 000 һум була. Шулай уҡ беҙҙең яугир-ҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ҡырҡтан ашыу төрлө льготалар ҡаралған, улар араһында шифаханаларға бушлай юлламалар, ҡайһы бер һалымдарҙан азат итеү, балаларға бушлай белем алыу мөмкинлеге, ғаиләгә көнкүрештә ярҙам итеү һәм башҡалар бар.
Һорауҙар ҡалһа, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
«Һаҡсы» үҙәгенең ҡыҙыу бәйләнеш телефоны – 8-800-550-55-25
Рәсми сайт – защитник-рб.рф