Рәсәй Президенты Владимир Путиндың матбуғат конференцияһы 19 декабрҙә үтәсәк тип планлаштырыла.
Кремлдең рәсми вәкиле Дмитрий Песков матбуғат конференцияһына сит илдәрҙең киң мәғлүмәт саралары, шул иҫәптән дуҫ булмаған дәүләттәрҙән дә саҡырыласағын хәбәр итте.
Тиҙҙән Рәсәй халҡынан президентҡа һорауҙар йыйыу башлана. Кремлдә билдәләүҙәренсә, сараның ошондай берләштерелгән форматы әле лә актуаль булып ҡала. 2023 йылда тура бәйләнеш һәм матбуғат конференцияһы 14 декабрҙә үтте һәм ил башлығы менән туранан-тура аралашыу 4 сәғәт 3 минут дауам итте. Был ваҡыт эсендә Владимир Путин журналистарҙың һәм халыҡтың 80-дән ашыу һорауына яуап бирҙе.