Рәсми бүлек
25 Декабрь 2024, 06:05

Өфөгә Дмитрий Медведев килде

Ул махсус хәрби операция яугирҙәрен бүләкләне.

Өфөгә Дмитрий Медведев килдеӨфөгә Дмитрий Медведев килде
Өфөгә Дмитрий Медведев килде

Өфөлә илдең Именлек советы рәйесе урынбаҫары, «Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесе Дмитрий Медведев, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Медицина реабилитацияһы һәм дауалау үҙәгендә булды. Унда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар дауалана һәм реабилитация үтә. Дмитрий Медведев МХО-ла ҡатнашыусыларға өс «Батырлыҡ өсөн» миҙалы, ике 2-се дәрәжә «Ҡыйыулыҡ өсөн» миҙалы һәм Жуков миҙалы тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында беҙҙең район кешеһе лә бар. Яугирҙәр менән аралашҡан саҡта уларға хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм уңышлы реабилитация үтеүҙәрен теләне.

«Тыуған илдең саҡырыуын ҡабул итеп, яуҙа үҙ бурысығыҙҙы намыҫ менән үтәгәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт», — тине Дмитрий Медведев.

Именлек советы рәйесе урынбаҫары госпиталдең эше менән дә танышты, уға хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға күрһәтелгән махсус медицина ярҙамының төрҙәрен ҡараны. 

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-12-24/dmitriy-medvedev-vruchil-v-ufe-boevye-medali-uchastnikam-svo-iz-bashkirii-4065593

 
 
Автор:
Читайте нас