Рәсми бүлек
25 Декабрь 2024, 11:35

Путин ҡайғы уртаҡлашты

Бөгөн Баҡынан осҡан Azerbaijan Airlines самолеты Аҡтау ҡалаһы янында һәләкәткә осраны.

Путин ҡайғы уртаҡлаштыПутин ҡайғы уртаҡлашты
Путин ҡайғы уртаҡлашты
Рәсәй Президенты Владимир Путин бөгөн БДБ лидерҙары менән осрашыуҙа Ҡаҙағстандың Аҡтау ҡалаһында самолеттың һәләкәткә осрауына бәйле ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе. "Аҡтауҙа фажиғә булды. Самолетта һәләк булғандар, яраланғандар күп. Һеҙҙең исемдән һәләк булғандарҙың ғаиләләренә һәм бөтә зыян күреүселәргә ҡайғы уртаҡлашыуымды белдерәм", - тине В. Путин, БДБ илдәре башлыҡтарының рәсми булмаған осрашыуын асып.
Баҡынан осҡан Azerbaijan Airlines самолеты бөгөн иртән Ҡаҙағстандың Аҡтау ҡалаһы янында һәләкәткә осраны. Росавиация мәғлүмәттәре буйынса, самолет ҡоштар менән бәрелешкәндән һуң командир Аҡтауҙағы запас аэродромға төшөргә ҡарар итә. Бортта 69 кеше, шул иҫәптән биш экипаж ағзаһы була, 30-ға яҡын кеше иҫән ҡала. 
Фото gazeta.ru
Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас