Рәсми бүлек
15 Ғинуар 2025, 09:55

Ҡырым һәм Севастополдең үҫеше буйынса һөйләшеү булды

В. Путин төбәктең социаль-иҡтисади хәлен ыңғай баһаланы

Ҡырым һәм Севастополдең үҫеше буйынса һөйләшеү булдыҠырым һәм Севастополдең үҫеше буйынса һөйләшеү булды
Ҡырым һәм Севастополдең үҫеше буйынса һөйләшеү булды

Рәсәй Президенты Владимир Путин Ҡырымдың һәм Севастополдең социаль-иҡтисади үҫеше буйынса кәңәшмә үткәрҙе.

 Владимир Путин 2014 йылдан 2023 йылға тиклем тулайым төбәк продукты күләменең ярайһы уҡ артыуын белдерҙе. Ҡырымда – 3,7 тапҡырға, Севастополдә-8,7 тапҡырға. Президент Ҡырымды һәм Севастополде үҫтереү дәүләт программаһына 316 миллиард һум бүленәсәген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ул төбәктәргә бүленгән сараларҙы ҡулланыуҙы контролдә тотоуҙың мөһимлеген билдәләне. Путин Вице-премьер Марат Хөснуллиндың Ҡырым һәм Севастополде үҫтереү дәүләт программаһын 2030 йылға тиклем оҙайтыу тураһындағы тәҡдимен хупланы.

Фото: kremlin.ru.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас