Рәсәй президенты Владимир Путин Кремлдә Курск өлкәһе губернаторы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Александр Хинштейн менән осрашыуҙа төбәктә алыҫ көнсығыш ипотекаһына оҡшаш льготалы ипотека индереүҙе хупланы. “Яҡшы тәҡдим, хуплайбыҙ", — тине дәүләт башлығы. Шулай уҡ осрашыуҙа Курск өлкәһендә аҙ ҡатлы һәм коттеджлы торлаҡ буйынса яңы программа кәрәклеген белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, төҙөлөп ятҡан торлаҡ күләме төбәк халҡының ихтыяжынан түбәнерәк. Бынан тыш, Хинштейн Рәсәй хөкүмәтенән Курск сиген тергеҙеү программаһын әҙерләүҙе һорай, бөтә территорияны тулыһынса ВСУ-нан азат итеүҙе көтмәй. Бынан алда Путин осрашыуҙа хөкүмәткә Курск өлкәһе башлығы менән бергә сик буйын тергеҙеү программаһын әҙерләргә ҡушасағын белдерҙе. Дәүләт башлығы ерҙе торлаҡ сертификаттары алған өлкә халҡына кире ҡайтарыу мөмкин тип иҫәпләй.