Эске эштәр министры Владимир Колокольцев даими рәүештә кадрҙар етешмәүенә бәйле мәсьәләләрҙе күтәреп, был даими проблема булыуын һәм ул хәл итеүҙе талап итә, тип белдерҙе. Был тәңгәлдә Владимир Путин ултырышта эске эштәр хеҙмәткәрҙәренең аҡсалата тәьмин ителешен арттырырға саҡырҙы.
«Социаль гарантияларҙы нығытыуҙы, хезмәткәрҙәрҙең аҡсалата тәьмин ителешен арттырыҙы күҙ уңында тотам — ул, һис шикһеҙ, бындай осраҡтарҙа әйтелгәнсә, көнләшерлек булырға тейеш, — әлбиттә, торлаҡ, социаль характерҙағы башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеү ҙә кәрәк», — тине Президент.
Президент Хөкүмәткә Эске эштәр министрлығы менән берлектә был проблемалар буйынса конкрет тәҡдимдәр әҙерләүҙе һәм уларҙы тикшереүгә индереүҙе һораны..
«Был өлгөрөп еткән мәсьәлә ", - тип йомғаҡланы һүҙен Владимир Путин.
Фото: kremlin.ru