Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
13 Март , 15:45

Фәнни-технологик үҫеш буйынса дәүләт комитеты булдырылды

Башҡортостанда фән күп тармаҡлы иҡтисад үҫешендә мөһим роль уйнай.

Фәнни-технологик үҫеш буйынса дәүләт комитеты булдырылды
Фәнни-технологик үҫеш буйынса дәүләт комитеты булдырылды

Фәнни-технологик үҫеш буйынса дәүләт комитетын булдырыу Башҡортостанда фән һәм технологиялар үҫешендә мөһим этап булып тора. Эшмәкәрлектең өҫтөнлөгө булып йәш ғалимдарға стипендиялар, программалар, грант конкурстары һәм заманса кампустар булдырыу, шул рәүешле уларға ярҙам күрһәтеү тип билдәләнә.

– Иҡтисад үҫешендә фән ҡаҙаныштары мөһим урын биләй, — тип белдерҙе республика башлығы Радий Хәбиров. — Бының өсөн беҙгә үҙ аллы орган кәрәк. Эш күләме бик ҙур. 15 мартта «Приоритет-2030» конкурсында юғары уҡыу йорттарының эштәре яҡланасаҡ, был фәнни тикшеренеүҙәрҙе үҫтереүгә этәргес һәм федераль финанслау тигән һүҙ. Кампустың икенсе сираты төҙөлә, “Евразия” ғилми үҙәге әүҙем эшләй, ул фән ҡаҙаныштарын йыйыу һәм уларҙы производствоға индереү менән шөғөлләнә.

Бынан алда республика 2030 йылға тиклем фәнни-техник үҫештең комплекслы программаһын әҙерләгән 20 пилот төбәк иҫәбенә инде. Рәсәй Президенты Владимир Путин технологияларҙы производствоға индереүҙе тиҙләтеү, иҡтисадтың юғары технологиялы тармаҡтары өсөн кадрҙар әҙерләү, фән менән бизнес араһында хеҙмәттәшлекте көсәйтеү буйынса маҡсатар билдәләне.

Башҡортостанда фән күп тармаҡлы иҡтисад үҫешендә мөһим роль уйнай. Биш йыл эсендә “Евразия” фәнни-белем биреү үҙәгендә ҡатнашыусылар эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә 8 меңдән ашыу яңы юғары технологиялы эш урыны булдырылды. 400-ҙән ашыу етештереү технологияһы һәм юғары технологиялы продукция эшләнә, улар производствоға индерелгән. Төбәктә алты мегалаборатория, 18 йәштәр лабораторияһы, алдынғы инженерлыҡ мәктәбе һәм башҡа объекттар эшләй.

Комитет юғары уҡыу йорттары, ғилми-тикшеренеү институттары һәм сәнәғәт предприятиелары араһында өс яҡлы килешеүҙәр төҙөү өсөн платформа буласаҡ. Был нефть химияһына, агросәнәғәткә һәм It-секторға – Башҡортостан иҡтисады драйверҙарына инновациялар индереүҙе тиҙләтәсәк. Башҡортостандың фәнни-технологик үҫеш буйынса дәүләт комитетын Өфө фән һәм технологиялар университетының һанлы трансформация буйынса проректоры Светлана Мостафина етәкләйәсәк.

— Беҙ быйылдан «Йыл йәш ғалимы» исемен булдырабыҙ. 150-шәр мең һумлыҡ премияны ете ғалим аласаҡ һәм был йәш тикшеренеүселәрҙең республика фәненә индергән өлөшөн таныу буласаҡ. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса йәш ғалимдарға ярҙам саралары буйынса төбәктәр рейтингында беҙ Рәсәйҙә иң яҡшылар рәтендә булдыҡ. Фәнгә ярҙам итеү саралары дауам ителәсәк, — тине Радий Фәрит улы.

Шулай итеп, Башҡортостанда фәнни-технологик үҫеш буйынса дәүләт комитетын булдырыу фәнни һәм инновацион эшмәкәрлек өсөн яңы офоҡтар аса, һөҙөмтәлә был тотороҡло иҡтисади үҫешкә һәм халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуға килтерергә тейеш.

Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты директорының фәнни эштәр буйынса урынбаҫары, иҡтисад фәндәре кандидаты Ғәзинур Насыров:

— Фәнни-технологик үҫеш буйынса дәүләт комитеты эшмәкәрлегенең төп маҡсаты, бер яҡтан, фән һәм технология ҡаҙаныштары нигеҙендә республика иҡтисадын үҫтереү өсөн шарттар булдырыу. Икенсе яҡтан, Башҡортостанда алдынғы һәм йәш ғалимдар, практиктар көсө менән яңы ғилми-технологик асыштар яһау. Сөнки хәҙерге тормошобоҙ фән һәм техник ҡаҙаныштар менән тығыҙ бәйләнгән. Фәнни-технологик үҫеш буйынса яңы структураның барлыҡҡа килеүе төбәк иҡтисадын үҫтерергә булышлыҡ итер тип ышанам. Шулай уҡ яңы асыштар яһаясаҡ талантлы ғалимдарҙы асыҡлау, уларға ярҙам күрһәтергә мөмкинлек бирәсәк.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: