Рәсәй Президенты Владимир Путин Курск өлкәһен азат итеү өсөн яуаплы ғәскәрҙәр төркөмө менән идара итеү пункттарының береһендә кәңәшмә үткәрҙе. Владимир Путин РФ Ҡораллы Көстәренең Генераль Штабы начальнигы Валерий Герасимовтың һуңғы көндәрҙә айырыуса әүҙем темп алған операция барышы тураһында докладын тыңланы. Президент яҡын арала төбәкте тулыһынса азат итергә ҡушты. Рәсәй закондарына ярашлы Курск еренә аяҡ баҫҡандарҙы ул террористарға тиңләне, шулай уҡ төбәкте тулыһынса азат иткәндән һуң ғәскәрҙәребеҙҙең артабанғы ғәмәлдәренең ниндәй булыуы мөмкинлеген аңлатты.