Бөтә яңылыҡтар
10
Рәсми бүлек
21 Март , 06:10

Рәсәй прокурорҙары үҙ бурыстарына яуаплы ҡарай

В. Путин Генераль прокуратура коллегияһының киңәйтелгән ултырышында ҡатнашты. #ВладимирПутин

Рәсәй прокурорҙары үҙ бурыстарына яуаплы ҡарай
Рәсәй прокурорҙары үҙ бурыстарына яуаплы ҡарай

Президент 2024 йылда башҡарылған ҙур эш өсөн бөтә кимәлдәге прокурорҙарға рәхмәт белдерҙе. Дәүләт башлығы күп осраҡта прокуратура хеҙмәткәрҙәренең эш итеүе арҡаһында граждандарҙың хоҡуҡтары тергеҙелеүенә һәм килтерелгән зыянды ҡаплауына иғтибар итте.

“Рәсәй прокурорҙарына профессионализмы һәм яуаплылығы, үҙ бурыстарына яуаплы ҡарауы өсөн рәхмәт белдерәм. Донбаста һәм Новороссийскиҙа, шулай уҡ хәрби хәрәкәттәр зонаһына яҡын урынлашҡан Рәсәй Федерацияһы субъекттарында эшләгән хеҙмәткәрҙәргә айырым рәхмәт һүҙҙәрее әйтәм. Ауыр шарттарҙа һеҙ үҙ бурысығыҙҙы лайыҡлы, батырҙарса үтәйһегеҙ, кешеләргә ярҙам итәһегеҙ», – тине РФ Президенты.

 

 

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: