Рәсми бүлек
9 Апреля 2025, 10:15

Путин Мәскәү өлкәһе Башлығы менән осрашты

Һөйләшеүҙә МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары ҡаралды.  

Путин Мәскәү өлкәһе Башлығы менән осраштыПутин Мәскәү өлкәһе Башлығы менән осрашты
Путин Мәскәү өлкәһе Башлығы менән осрашты

Президент Мәскәү өлкәһе губернаторы Андрей Воробьев менән осрашты. 

 Осрашыу барышында төбәк башлығы Президентҡа транспорт һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҙур проекттар хаҡында һөйләне. Шулай уҡ башҡа социаль мәсьәләләр, шул иҫәптән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам, шулай уҡ мәктәп уҡытыусыларына ярҙам саралары ҡаралды.

«Ватанды Һаҡлаусылар" фонды барлыҡ мөрәжәғәттәрҙе хәл итеү өҫтөндә эшләй. Һәр муниципалитетта ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү өсөн махсус подразделениелар булдырылған. Фонд эше һөҙөмтәһендә18 мең кеше, шул иҫәптән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре ярҙам ала. «Геройҙар ваҡыты» проекты ҙур популярлыҡ менән файҙалана, унда 6 мең кеше ҡатнашҡан. Реабилитация мәсьәләләренә айырыуса иғтибар бүленә. 

http://www.kremlin.ru/events/president/news/76660

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас