

Президент, Рәсәйҙең махсус хәрби операцияны алып барыу тәжрибәһен донъяның бөтә армиялары өйрәнә, тип белдерҙе һәм бер аҙым алда булырға, ҡорал һәм техниканы яңы алыштарға һөҙөмтәле яраҡлаштырырға саҡырҙы. Юғары баш командующий билдәләүенсә, былтыр бөтә оборона предприятиелары тиерлек дәүләт оборона заказы заданиеларын тулы күләмдә, сифатлы һәм ваҡытында, ә ҡайһы бер ҡорал төрҙәре буйынса графиктан алдараҡ үтәгән. Мәҫәлән, һөжүм саралары, элемтә системалары, разведка һәм радиоэлектрон көрәш системаларыцн етештереү ике тапҡырға артҡан. Шулай уҡ төрлө типтағы бер миллион ярымдан ашыу пилотһыҙ аппарат килтерелә, шул иҫәптән көн һайын алғы һыҙыҡҡа 4000 - гә яҡын дрон ебәрелә", - тип билдәләне Путин. – Әммә былар етмәй.
"Эш көн һайын бара", - тип өҫтәне ул һәм дрондарҙы етештереүҙе арттырыу буйынса бөтә пландар үтәләсәгенә ышанысын белдерҙе. "Уларҙы хәрби бәйләнеш һыҙығында бик көтәләр", - тине президент, бөгөн был хәрби уңыштың етди факторҙарының береһе, тип аныҡлап.
ФОТО:кремлин.ру