Рәсми бүлек
27 Июнь 2025, 01:45

Ил Башлығы студенттар менән осрашты

Ҙур Кремль һарайының Георгий залында Владимир Путин иң яҡшы юғары хәрби уҡыу йорттарын тамамлаусылар менән осрашыу үткәрҙе. #ВладимирПутин

Ил Башлығы студенттар менән осраштыИл Башлығы студенттар менән осрашты
Ил Башлығы студенттар менән осрашты

Осрашыу тантанаһы дүшәмбе көндө Ҙур Кремль һарайының Георгий залында үтте. Осрашыуҙа Оборона министрлығының, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының, ФСБ-ның, ФСО-ның һәм Росгвардияның, шулай уҡ эске эштәр министрлығының, Тәфтиш комитетының һәм ФСИН-дың дың юғары уҡыу йорттарын тамамлаған 600-ҙән ашыу уҡыусы, шулай уҡ уларҙың уҡытыусылары һәм тейешле ведомстволар етәкселәре ҡатнашты.

РФ Президенты Владимир Путин хәрби һәм көс ведомстволары вуздарын тамамлаусылар менән осрашыуҙан һуң сарала ҡатнашыусылар менән рәсми булмаған шарттарҙа аралашты, тип хәбәр итә РИА Новости хәбәрсеһе. Путин осрашыуҙа ҡатнашыусылар менән ҡыҫҡаса һөйләште, һуңынан улар менән фотоға төштө. Һөйләшеүҙә ҡатнашыусыларҙың береһе президенттан үҙе менән "селфи"эшләүен һораған.

ФОТО: gosnews.ru

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас