

Осрашыуҙа Рәсәй яғынан сит ил эштәре министры Сергей Лавров, Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары, сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм гуманитар хеҙмәттәшлек буйынса Рәсәй-Ҡырғыҙ комиссияһының Рәсәй өлөшө рәйесе Алексей Кирерчук, Президент хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Максим Орешкин, Президент ярҙамсыһы Юрий Ушаков, Финанс министры урынбаҫары Алексей Моисеев, «Промсвязьбанк» асыҡ акционерҙар йәмғиәте рәйесе Петр Фрадков ҡатнашты.
Ике ил башлыҡтары илдәр араһында тауар әйләнешенең артыуын һәм республикала рус теленең статусын тикшерҙе.
Рәсәй Президенты “Рәсәй – Ҡырғыҙстандың төп сауҙа-иҡтисади партнерҙарының береһе” тип белдерҙе. Әйткәндәй, Ҡырҙыстан Республикала күп һанлы Рәсәй предприятиелары эшләй.
Уҙған йыл тауар әйләнешенең 11 процентҡа артыуы, быйыл тәүге дүрт айҙа тағы ла 17 процентҡа артыуы билдәләнде.