Рәсми бүлек
14 Июль 2025, 05:08

Әбйәлилдәге геологик разведка Башҡортостан Башлығы контролендә

Быға тиклем бирелгән федераль лицензияға ярашлы Әбйәлил районында «Салауат» ЯСЙ-һы башҡарған геологоразведка эштәрен Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙ контроленә алды. Был хаҡта ул хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә белдерҙе.

“Беҙ был проект буйынса компания етәкселеге менән бер нисә тапҡыр осраштыҡ һәм мәсьәләне тикшерҙек. Компания Силәбе өлкәһенең Томинск тау-байыҡтырыу комбинаты кеүек үк завод төҙөргә вәғәҙә бирҙе. Үҙ вәкәләттәрем сиктәрендә предприятиеның килешеүҙәрҙе нисек үтәүен шәхси күҙәтәсәкмен. Мин сәнәғәт министрлығына социаль-иҡтисади хеҙмәттәшлек тураһында ҙур килешеү әҙерләргә ҡуштым”, – тине Радий Хәбиров.
Оператив кәңәшмәлә  “Салауат” ЯСЙ-һы директоры Таһир Бәхтигәрәевтың отчеты тыңланды. Белеүебеҙсә, ойош- маның ер аҫты ҡаҙылмаларын ҡулланыуға Роснедр тарафынан бирелгән лицензияһы бар. 
– Әле беҙ геологоразведка эштәрен алып барабыҙ, ул 2027 йылға тиклем дауам итәсәк. Был биләмәлә руда запастары булыуы раҫланһа, Салауат ятҡылығын эшкәртеү буйынса ҙур инвестиция проектын бойомға ашырыуҙы күҙ уңында тотабыҙ, йәғни 2029 йылда иһә бында Силәбе өлкәһендә урынлашҡан Томинск тау-байыҡтырыу комбинаты өлгөһөндә ҙур предприятие эшләй башлаясаҡ, – тип һөйләне Таһир Тимербай улы. – Иҡтисади яҡтан ҡарағанда, инвестицияның күләме 40 миллиард һум күләмендә планлаштырыла. Бөтә төр кимәлдәге бюджет түләмдәре йылына 1,5 миллиард һум тәшкил итәсәк. Йыл һайын шуның 250 миллион һумы  Әбйәлил районы бюджетын тулыландырасаҡ. 1500 кешегә эш урындары булдырыласаҡ, шуларҙан 90 процентын Әбйәлил районының кешеләрен эшкә аласаҡбыҙ. Бөгөнгө көнгә 40 кеше эшкә урынлашырға ғариза биргән, шуларҙың 12-һен беҙ эш урындары менән тәьмин иттек. 
Таһир Тимербай улы райондың социаль мәсьәләләрен хәл итеүгә ҙур иғтибар биреләсәген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Әбйәлил районы менән социаль өлкәлә үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеү төҙөйәсәкбеҙ. Геологик тикшереү үткәреү барышында уҡ районға ярҙам итәбеҙ. Мәҫәлән, Буранғол мәктәбенең интернатына капиталь ремонт үткәреү һәм “Ирәндек” лагеры биләмәһендә спорт майҙансығы төҙөү өсөн 70 миллион һум аҡса бүленде, – тип дауам итте “Салауат” ЯСЙ-һы етәксеһе. – Шулай уҡ ойошмабыҙ Ҡыҙыл йылғаһын таҙартыу буйынса  “Ҡыҙыл, йәшә!” экологик акцияһын ойошторҙо. Мәктәп уҡыусылары өсөн “Ғилем” олимпиадаһын үткәрҙек, унда ҡатнашып, юғары белем кимәле күрһәткән ҡыҙҙар һәм малайҙар һәм уларҙы әҙерләгән уҡытыусылары  ҡиммәтле бүләктәргә лайыҡ булды. Мәктәпте тамамлаусыларҙы юғары уҡыу йорттарына уҡырға индереү һәм уны тамамлағас, үҙ йүнәлешебеҙ буйынса предприятиеларға эшкә урынлаштырыу буйынса йөкләмәләребеҙ бар. Йәлембәт ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә  “Хәтер аллеяһы”н булдырҙыҡ.  Аҙ тәьмин ителгән, күп балалы ғаиләләргә һәм махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың һәм унда ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә киләһе ярты йыллыҡҡа 800 дана “Осҡон” һәм “Абзелил” гәзиттәрен яҙҙырҙыҡ.
Үткән аҙнала район үҙәгендә “Салауат” ЯСЙ-һының офисы асылды. Бында инвестиция проекты, баҡыр мәғдәне сығарыу, Әбйәлил районы уҡыусылары өсөн башлап ебәргән маҡсатлы уҡыу программалары тураһында ентекләберәк мәғлүмәт бирелә. Шулай уҡ Силәбе өлкәһендә эшләгән партнер-предприятиеларға эшкә урынлашыу варианттарын белешергә мөмкин. Бөгөнгө көндә райондың 10 абитуриентына квота тапшырылған.
– Ҡырҡтытау ятҡылыҡтан 5 саҡрым, Яҡтыгүл 12 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Тораҡ пункттар ҙа байтаҡ алыҫлыҡта. Яҡындағы Исхаҡ ауылы 8,5 саҡрымда, Буранғол иһә 10,5 км алыҫлыҡта ята. Яҡтыкүл һәм Зеленая Поляна ауылдары участканан 11 һәм 12 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Әгәр файҙалы ҡаҙылмалар запасы раҫланһа, сығарыу производствоһын булдырыу проекты дәүләт экологик экспертизаһын үтәсәк һәм тормошҡа ашырыласаҡ, компания тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоһон кәметергә мөмкинлек биргән технологияларҙы тормошҡа ашырырға ниәтләй. Һыу объекттарына кире йоғонтоно кәметеү маҡсатында компания тәбиғәтте һаҡлау саралары комплексын тормошҡа ашырасаҡ. Был һыу әйләнешенең ябыҡ циклы, карьер, һыу аҫты һыуҙарын, ағынты һәм ямғыр һыуҙарын файҙаланыу иҫәбенә ағынты һыуҙар һыу объекттарына ағыҙылмаясаҡ. Шулай уҡ һыуҙың тәрәнгә үтеүенә юл ҡуймау өсөн ҡалдыҡ һаҡлағысҡа фильтрлауҙы булдырмаусы ҡоролма ҡуйыласаҡ.  Беҙҙең предприятие һыу ятҡылыҡтарын балыҡ ебәреү буйынса эштәрҙе финанслаясаҡ,  йәғни  махсус ойошмалар балыҡ үрсетеү һәм йылғаларға ебәреү менән шөғөлләнәсәк. Был эште беҙ балыҡсылыҡ буйынса  федераль агентлыҡ менән килешеп эшләйәсәкбеҙ, – тине Таһир Тимербай улы Радий Хәбировтың мәғдәнселәрҙең Әбйәлилдәге тәбиғи объекттарға зыян килтермәҫме тигән һорауына яуап итеп.
Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Сәнәғәт министрлығына “Салауат” ЯСЙ-һы менән социаль-иҡтисади хеҙмәттәшлек тураһында ҙур килешеү әҙерләргә ҡушты.
Район хакимиәте вәкилдәре һәм урындағы активистар менән берлектә төҙөлгән Күҙәтеү советы тураһында ла һүҙ булды. Совет ағзалары әле барған геологоразведка эштәрен ҡәтғи күҙәтеү аҫтында тота. Был тәңгәлдә Радий Хәбиров Экология министрлығына күҙәтеү советының эшен контролгә алырға ҡушты.

Читайте нас