Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
18 Июль 2025, 06:00

В. Путин Магнитогорскиҙа булды

 Металлургтар көнө алдынан ил башлығы Владимир Путин эш сәфәре менән Магнитогорскиҙа булды. #ВладимирПутин

 Ил башлығын Магнитогорск аэропортында ҡаршы алдылар. Владимир Владимирович Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министры Антон Алиханов, Президенттың Урал федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Артем Жоги, Силәбе өлкәһе губернаторы Алексей Текслер, шулай уҡ Магнитогорск металлургия комбинатының директорҙар советы рәйесе Виктор Рашников һәм ММК генераль директоры Павел Шиляев оҙатыуында металлургия комбинатында булды. Бында 2024 йылда сафҡа индерелгән 12-се кокс батареяһы комплексын ҡараны.

Яңы батареяның етештереү күләме йыл һайын 2,5 миллион тонна ҡоро кокслана торған күмер тәшкил итә. Ҡорамалдарҙы модернизациялау атмосфераға бысратыусы матдәләр сығарыуҙы йылына 11 мең тоннанан ашыуға кәметергә, коксты ҡоро һүндереү ҡоролмаһын индереү иҫәбенә ҡалдыҡһыҙ етештереүҙе тәьмин итергә мөмкинлек биргән. Дәүләт башлығы шулай уҡ машиналар эшләү продукцияһы цехы менән танышты. Бында заманса производство булдырылған, ул 2026 йылдан башлап тау-металлургия тармағында сит илдән килтерелгәнҡорамалдарҙы урында етештереүҙе, йәғни импортты алмаштырырға мөмкинлек бирәсәк. Цех йылына 10 мең тоннанан ашыу продукция етештерә аласаҡ.

Цехты ҡарағандан һуң Владимир Путин ММК хеҙмәткәрҙәре менән аралашты.

В. Путин Магнитогорскиҙа булды
В. Путин Магнитогорскиҙа булды
Автор: Рамиля Истанбаева
Читайте нас