Рәсми бүлек
30 Июля 2025, 11:10

Путин Греф менән осрашты

Ипотека ставкаһы кәмейәсәк.

Путин Греф менән осраштыПутин Греф менән осрашты
Путин Греф менән осрашты

Ипотека буйынса юғары күтәрелгән ставка менән нимә булыр? Аҡсаны нисек һаҡларға? Рәсәй Президенты Владимир Путинға ошо хаҡта Һаҡлыҡ банкыһы етәксеһе Герман Греф һөйләне.

 Ил етәксеһе Владимир Путин менән «Һаҡлыҡ банкыһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте президенты Герман Грефтың әңгәмәһе яҡшы яңылыҡтарҙан башланды. 2025 йыл илдең төп банкы өсөн уңышлы булмаҡсы. Клиенттар һаны арта: 110 миллион кеше һәм 3,5 миллион компания “Сбербанк”ка ышаныс белдергән Килемдәр арта: былтыр банк 1 триллион 580 миллиард аҡса эшләгән — был саф табыш. Греф бындай үҫеште вкладтар һанының артыуы менән аңлата,  юғары ставкалар арҡаһында халыҡ аҡсаны тап ошо банкка һалыуҙы ҡулай күрә.

— Аҡсаны депозиттарҙа һаҡлауҙың һөҙөмтәлелеге әлеге ваҡытта иң хәүефһеҙ инвестиция иҫәпләнә. Был кешеләрҙе күпләп йәлеп итә, — тип аңлатты банк етәксеһе.

Греф билдәләүенсә: Путин һәр ваҡыт ике төп күрһәткес менән ҡыҙыҡһына: кесе эшҡыуарлыҡ һәм ипотека. Бизнестың был төрө буйынса алға китеш бар. Ә бына ипотека буйынса маҡтанырлыҡ түгел.

— Әлегә ипотека менән проблемалар бар. Беренсенән, банктар өсөн ипотека, хатта льготалы программалар буйынса күп осраҡта килемһеҙ, - тине «Һаҡлыҡ Банкы» һы президенты.

Греф банктарҙың ил халҡына килемһеҙ ҙә аҡса бирергә әҙер булыуын белдерҙе. Был торлаҡ төҙөлөшө кәмемәһен өсөн эшләнә.

— Шуға күрә, беҙ ипотека буйынса ставкаларҙы кәметергә тырышабыҙ, уҙған аҙнала ул 2 процентҡа төштө, — тип аңлатты Греф. — Быйыл инфляцияның кәмеүе ихтимал, ставка ла түбәнәйергә тейеш. Шуға күрә ипотека алыусыларға ҡулайлы шарттар булдырыу мотлаҡ.

Ил етәксеһе Владимир Путин билдәләүенсә, иң мөһиме, банктар ипотека килешеүҙәрендә ваҡ шрифт менән ҡулланыусылар өсөн өҫтәмә шарттар индермәһен. "Һаҡлыҡ банкы"һы башлығы Греф улай булмаясаҡ тип вәғәҙәләне.

Фото Кремлин. ру сайтынан.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас