

Рәсәй Президенты Владимир Путин менән АҠШ Президенты Дональд Трамптың осрашырға әҙерләнеүе тураһында Рәсәй дәүләте башлығы ярҙамсыһы Юрий Ушаков белдерҙе. Сәйәсмәндәр ҙур өмөттәр бағлаған һөйләшеү урыны ла билдәле. Ике яҡлы саммит 15 августа Аляскала уҙасаҡ.
— Рәсәй Президентының АҠШ-ҡа килеүе беҙҙең өсөн бик хөрмәтле тип иҫәпләйем, сөнки беҙ Рәсәйҙә йәки башҡа урында осрашмайбыҙ, — тигән Трамп.
Ул буласаҡ һөйләшеүҙе һынап ҡарау өсөн тип атай, төп маҡсат — Украиналағы конфликтты тамамлау өсөн Путин менән Зеленскийҙың осрашыуын ойоштороу. Трамп конструктив һөйләшеүгә өмөт белдерә. “Осрашыуҙың тәүге ике минутында уҡ килешеү төҙөп буламы-юҡмы икәнен аныҡ аңлаясаҡмын. Әлбиттә, ике яҡ өсөн дә ҡулайлы килешеү булһын тип теләйем”, — тип үҙенең фараздары менән уртаҡлашҡан Америка етәксеһе.
Кремлдә был Президенттарҙың һуңғы осрашыуы түгел тип иҫәпләйҙәр. Рәсәй Федерацияһы һәм АҠШ лидерҙарының киләһе саммитын беҙҙең илдә үткәрергә иҫәп тоталар. Дональд Трампҡа саҡырыу ебәрелеүе билдәле.