Рәсми бүлек
15 Август 2025, 11:45

Осрашыу Мәскәү ваҡыты буйынса 22 сәғәттә буласаҡ

Владимир Путин менән Дональд Трамптың Аляскияла тарихи осрашыуына тиклем һанаулы ғына сәғәттәр ҡалып килә. #ВладимирПутин

Осрашыу  Мәскәү ваҡыты буйынса 22 сәғәттә буласаҡОсрашыу  Мәскәү ваҡыты буйынса 22 сәғәттә буласаҡ
Осрашыу Мәскәү ваҡыты буйынса 22 сәғәттә буласаҡ

Саммит Анкорижда Элмендорф — Ричардсон хәрби базаһы биләмәһендә үтәсәк. Һөйләшеүҙәр яҡынса Ммәскәү ваҡыты буйынса 22:00 сәғәттә башлана һәм башта улар үҙ-ара, ә һуңынан киңәйтелгән составта үтеүе күҙаллана. Һөйләшеү һөҙөмтәләре буйынса президенттарҙың матбуғат конференцияһы көтөлә. Аляскияла бер ниндәй ҙә документтарға ҡул ҡуйыу планлаштырылмай. Өсөнсө илдәрҙең, шул иҫәптән Украинаның, лидерҙары ҡатнашмай.

Аляскала һөйләшеүҙәрҙең төп темаһы украина кризисы буласаҡ. Бынан тыш, рәсәй һәм америка президенттары иҡтисади өлкәлә ике яҡлы хеҙмәттәшлекте һәм глобаль хәүефһеҙлек мәсьәләләрен тикшерәсәк.

ФОТО:ria.ru

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас